Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
4 Февраль 2020, 19:45

ЯҢЫ КИТАП

Өфөлә «Урал батыр» китабы башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә донъя күрҙе. Төҙөүсеһе, инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы – филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов. Эпосты башҡортсанан урыҫсаға – яҙыусы Әхиәр Хәкимов, инглиз теленә Зөһрә Рәхимова тәржемә иткән. Инеш мәҡәләне урыҫ теленә тәржемәләүсе – Фәрит Әхмәҙиев, ә инглиз теленә – Римма Шәйбәкова. Рәссам – Азат Мөхтәруллин.

«Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадының аҫыл хазинаһы. Әҫәргә донъя мәҙәниәтендә билдәле булған архаик эпостың дөйөм типологик һыҙаттары, үҙенсәлекле этник колорит хас.
Баҫма фольлорҙы өйрәнеүселәргә, шулай уҡ башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнгән. Китап З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә баҫылған, уны нәшриәттең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.
Башинформ
Читайте нас: