Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
14 Февраль 2020, 00:45

Рәсәй төбәктәрендә «Һылыуҡай» матурлыҡ конкурсы һәм «Йәшлек-шоу» фестивале уҙғарыла

Рәсәй төбәктәрендә «Һылыуҡай» матурлыҡ конкурсы һәм «Йәшлек-шоу» фестивале уҙғарыла. Республика хөкүмәтенең тейешле бойороҡтары хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

Ошо сараларҙың статусын киңәйтеү башланғысы менән Республика халыҡ ижады үҙәге сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығына конкурсты һәм фестивалде үткәреү буйынса саралар планын әҙерләү, Финанс министрлығы менән берлектә сығымдарҙы финанслау күләмен һәм сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде. Саралар положениеларына үҙгәрештәр индерелә.
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына киң мәғлүмәт сараларында конкурсты һәм фестивалде яҡтыртырға ҡушылды.
«Йәшлек-шоу» — Башҡортостандың уңышлы музыкаль проекттарының береһе. Шоу 1992 йылдан алып ойошторола һәм йылдан-йыл үҙенең географияһын киңәйтә бара. Башҡорт ҡыҙҙары араһында «Һылыуҡай» матурлыҡ конкурсы 1992 йылдан үткәрелә һәм күптәнге милли гүзәллек конкурстарының береһе булып тора.
Башҡортостан хөкүмәте Рәсәйҙең башҡорт халҡы күпләп йәшәгән субъекттарында башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәр ойоштороу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Башинформ.
Читайте нас: