Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
14 Февраль 2020, 14:15

ҺУҢЛАП БУЛҺА ЛА ЭЙӘҺЕН ТАПТЫҠ!

Рәмилә Ғәлләмова төп бүләк отоуын бер ай үткәс кенә белгән.

...Һуғыш касафатын һәм тормош ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған Мәрхәбә менән Зәкәриә Мырҙағәлиндарҙың ишле ғаиләһендә китап-гәзиткә ҡарата һәр саҡ хөрмәт, ышаныс һәм һөйөү була. Ризыҡ ҡына түгел, рухи аҙыҡ та өҫтәлдәренән айырылмай. Ошо һөйөү, ошо ышаныс һәм хөрмәт уларҙың балаларына ла һеңеп ҡала. Рәмилә ҡыҙҙары, мәҫәлән, әле лә гәзиттән айырылмай, Стәрлетамаҡта йәшәгәс, билдәле: ул – “Ашҡаҙар”ҙы яратып алдырыусы!
2020 йылға ла (бер йылға) Рәмилә Зәкәриә ҡыҙы алдан яҙылып, квитанция күсермәһен бүләк отоу уйынына тапшырып ҡуйған, әммә был юлы бәхет нәҡ уға йылмайыр тип уйламаған да. Ә шулай ҙа төп бүләк – 3 мең һум аҡсаны уйнатҡанда нәҡ уның квитанцияһы сыҡты, тик был хаҡта Рәмилә апай һуңлап ҡына белгән.
– Отпуск алып, Себергә ҡунаҡҡа барғайным. Ҡайтһам, почта йәш-нигендә гәзиттең тәүге һандары юҡ. “Ашҡаҙар”ҙы күптән яҙҙырам һәм бер һанын да ҡалдырмай уҡып барам, – тип һөйләп китте еңеүсебеҙ. – Был юлы ла юғалған гәзиттәрҙе табып, уҡырға кәрәк тинем дә редакцияға шылтыратырға булдым. Фамилиямды һораштылар, асыҡлай торғас, еңеүсе икәнемде белдем! – ти ул шатлығы менән уртаҡлашып.
Рәмилә Ғәлләмова сығышы менән – Ишембай районы Биксән ауылынан, күптән инде ҡалабыҙҙа төпләнгән, тиҫтә йылдан ашыу Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығында кондуктор булып эшләй. Уға артабан да уңыштар йылмайыуын, иҫәнлек, ғаилә бәхете һәм тик яҡшы күңелле пассажирҙар осрауын ғына теләргә ҡала.
Ошо урында, әлбиттә, беҙгә гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ҡыуандырырға ярҙам иткән бағыусыбыҙ хаҡында ла әйтеп үтке килә. Стәрлетамаҡта ғына түгел, бөтә Башҡортостанға үҙен ышаныслы төҙөүсе итеп танытҡан, шәхси йорттар һалыу, күп ҡатлы йорттарҙы ремонтлау ме-нән шөғөлләнгән “Урал-СтройГрупп” төҙөлөш ком-панияһының булдыҡлы етәксеһе Ратмир Фәхриев уҙған йәй велосипед уйнатырға ярҙам итһә, был юлы аҡсалата бүләккә туҡталдыҡ. Матди ҡыҙыҡһыныу хөкөм һөргән заманда рухи ҡиммәттәр хаҡында ла уйланыуҙан баш тартмаған ошондай егеттәр барлығына ҡыуанмау мөмкин түгел. Ратмир Камил улына алдағы тормошонда шулай уҡ һаулыҡ, именлек һәм эшенең артабан да сәскә атауын теләп ҡалабыҙ!
Әйткәндәй, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ла старт алды. Был юлы ла һеҙҙе матур-матур бүләктәрҙән мәхрүм итмәҫбеҙ. “Ашҡаҙар”ға яҙылыу тураһындағы квитанция күсермәләрен көтөп ҡалабыҙ. Ә бына Зәкирә Бикмәтова, Зәбилә Насирова һәм Фәйләрә Бирҙеғоловаларҙы бөгөндән үк редакцияла күрергә шатбыҙ, сөнки улар ҙа Рәмилә Ғәлләмова кеүек бүләк отоуын белмәй, ахыры. Һеҙҙе юғалттыҡ, апайҙар!
Яҙылығыҙ, уйнағыҙ, отоғоҙ, “Ашҡаҙар” менән бергә ҡалығыҙ, дуҫтар!
Редакция.
Читайте нас: