Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
12 Март 2020, 13:30

13 марттан Рәсәй Германия, Испания, Франция һәм Италия менән авиабәйләнеште сикләй

Рәсәй коронавирус пандемияһы арҡаһында Европаның бер нисә иленә авиабәйләнеште сикләй, тип хәбәр итте РИА Новости.

Сикләүҙәр 13 мартта төн уртаһында ғәмәлгә индерелә. Улар Францияға, Испанияға, Германияға, Италияға һәм кире рейстарға ҡағыла.
Шул уҡ ваҡытта ошо илдәрҙең баш ҡалаларына, шулай уҡ Мюнхенға, Майндағы Франкфуртҡа һәм Барселонаға Шереметьево аша авиарейстар һаҡлана.
Бынан тыш, был илдәргә үҙҙәренең граждандарын һәм башҡа сит ил кешеләрен ташыу, шулай уҡ рәсәйҙәрҙе тыуған иленә ҡайтарыу өсөн чартер ташыуҙар дауам итә.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 114 илдә 118 мең кеше яңы коронавирус йоҡторған, 4,3 мең самаһы кеше вафат булған.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы коронавирус пандемияһы тураһында иғлан итте.
Читайте нас в