Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
25 Март 2020, 16:15

Хакимиәттә шәхси ҡабул итеүҙәр туҡтатылып тора

Коронавирус хәүеф янауға бәйле, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм хакимиәттә вазифа биләүселәр тарафынан граждандарҙы шәхси ҡабул итеү ваҡытлыса кисектерелеп тора.

Ҡала халҡына мөрәжәғәттәрҙе яҙма рәүештә [email protected]. почта адресына ебәрергә тәҡдим ителә.
Граждандарҙың мөрәжәғәтен ҡабул итеү шулай уҡ Октябрь проспекты, 32 адресы буйынса ҡабул ителә, 1-се ҡат, көн һайын сәғәт 8.30-ҙән 17.30-гә тиклем (тәнәфесһеҙ, шәмбе, йәкшәмбе – ял көндәре), шулай уҡ интернет аша электрон документ формаһында –Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең рәсми сайтына; Башҡортостан Республикаһының власть органдары https://letters.openrepublic.ru/. электрон ҡабул итеү алып барыла.
Граждандарҙы шәси ҡабул итеүҙе яңынан башлау тураһында һуңғараҡ хәбәр ителәсәк.
Белешмәләр өсөн телефондар: 24-10-06; 25-23-50.
Читайте нас: