Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
25 Март 2020, 19:52

ТАЛПАНҒА ҠАРШЫ ВАКЦИНА ЯҺАТЫП ҠАЛ

Яҙ һулышын һәр кем тоя башланы, тиҙҙән ҡышты тамам еңеп тәбиғәттең йылы миҙгеленең матурлыҡтарын, рәхәтлектәренә күмелеп йәшәрбеҙ. Әммә һәр ваҡытта ла үҙ хәүефһеҙлекте оноторға ярамай, йылы йәнлектәрҙе, бөжәктәрҙе лә ҡуҙғата.

Һүҙебеҙ урман хужаһы айыу тураһында түгел, бәләкәс кенә бөжәк – талпанды иҫләтергә булдыҡ. Талпан һүҙен ишетеү менән тән буйлап әллә ниндәй тулҡын йүгереп үтеп киткәндәй була. Был юҡҡа түгел, сөнки улар бик күп, һәм йыл дауамында ғәҙәттә медицина учреждениеларына талпан ҡаҙалып 10-20 мең кеше мөрәжәғәт итә, ярҙам һәм тикшеренеү ала.
Уның ҡурҡынысы тешләүҙән түгел, киреһенсә һиҙҙермәй генә ҡаҙалып тороуынан һәм талпан энцефалиты, Лайм ауырыуҙарын йөрөтөүсе булараҡ һәр кемебеҙ белә.
Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, үткән йыл эсендә талпан энцефалитеты республикабыҙҙа 15 кешелә асыҡланған. Ә 2018 йылда ошо ауырыуҙы 25 кеше әләктергән булған, һандар түбәнәйә, әммә тап ошо кешеләр араһында бер кемдең дә булғыһы килмәҫ ине. Шуға ла ведомство һаулыҡты алдан уҡ яҡлап ҡуйырға һәм махсус прививкалар яһатырға кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Ниңә әле, яҙ еткәс эшләтербеҙ, тип әйтеүселәр барҙыр, әммә вакцинаның айырым сифаты бар, уны миҙгел башланғаса тиклем бер нисә ай алдан эшләтеп ҡуйырға кәрәк. Прививка ике этапта башҡарыла, һәм тәүгеһеһе менән икенсеһе араһында ваҡыт арауығы ҙурыраҡ булған һайын яҡшыраҡ, организм ауырыуға ҡаршы ныҡлы иммутитет булдыра. Шул уҡ ваҡытта һаулығын һаҡлап өлгөрмәгәндәргә тәбиғәткә сыҡҡанда, ял иткәндә талпандарҙы ҡурҡытыусы спрей һәм кремдар менән ҡулланырға, тәнде ныҡлы ҡаплап тороусы кейемдәр кейергә тәҡдим ителә.
Читайте нас: