Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
27 Март 2020, 19:45

Коммуналь түләүҙәр кисектерелде

Коронавирусҡа бәйле килеп тыуған хәл арҡаһында, Башҡортостан халҡын торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса түләүҙәрҙән ваҡытлыса азат итергә, һәм шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың бөтә төрҙәре буйынса электән иҫәпләнгән пеняларҙы иҫәптән сығарырға тәҡдим ителде.

Тейешле хат республика хөкүмәте адресына ЛДПР-ҙың төбәк бүлеге етәкселеге тарафынан ебәрелде.
«Эпидемиологик хәлдең насарайыуына бәйле Башҡортостандың күпселек халҡы карантин сараларын үтәргә һәм өйҙә ҡалырға мәжбүр, - тиелә мөрәжәғәттә. - Мәктәп уҡыусылары каникулға китте, студенттар дистанцион уҡыуға күсте, күп предприятиелар һәм ойошмалар алыҫтағы эш форматына күсте. Бындай шарттарҙа Башҡортостан халҡының эш хаҡы кәмей, һәм шулай уҡ коммуналь хеҙмәттәрҙе ҡулланыу арта, һәм республика халҡы өсөн коммуналь түләүҙәрҙең артыуы рәүешендә өҫтәмә матди йөкләмә барлыҡҡа килә һәм ул күпселек граждандар өсөн саманан тыш йөккә әйләнә».
Рәсәй Президенты Владимир Путин 30 марттан 3 апрелгә тиклем бөтөн ил буйынса ял көндәре буласаҡ тип иғлан итте. Шулай уҡ сит илдән ҡайтҡан граждандар 14 көн буйына үҙҙәрен изоляцияларға тейеш.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: