Граждандар махсус пропуск алыу өсөн ҡала буйлап йөрөргә кәрәклекте раҫлаусы ғариза менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә тейештәр. ғаризаны электрон почтаға (covid19.str@mail.ru) ебәрергә кәрәк. Граждандар ебәргән ғаризаны хакимиәт бер тәүлек эсендә ҡарай, можтажлыҡ бармы-юҡмы икәнлеген тикшерә. Раҫлаған осраҡта, махсус пропускыны ҡала хакимиәтендә (Октябрь проспекты, 32-се йорт) 1-се ҡатта пропуск биреү пунктында алырға мөмкин.