Ашҡаҙар
+14 °С
Облачно
Белмәй ҡалмағыҙ
7 Апреля 2020, 12:30

Сир менән көрәшеүҙә профилле үҙәк барлыҡҡа киләсәк

Әлегә Стәрлетамаҡта коронавирус сире теркәлмәгән. әммә ваҡиғаларҙың үҙгәреп китеүе лә ихтимал, шуға күрә һәр саҡ әҙер булырға кәрәк.

Ошо маҡсатта ҡаланың 2-се дауаханаһының Патриоттар урамы, 59 адресы буйынса урынлашҡан корпусында (1 апрелгә тиклем – 3-сө дауахана, ә элек уны халыҡ
Машиналар эшләү заводы дауаханаһы тип белә ине) коронавирус менән сирлеләрҙе дауалау өсөн махсус рәүештә профилле үҙәк булдырыла. Әлегә
әҙерлек эштәре алып барыла. атап әйткәндә, бөтә корпуста ремонт бара, ҡорамалдар әҙерләнә. был изге эшкә байтаҡ ҡына урындағы эшҡыуарҙар ҙа ҡушылған, афарин!
Стәрлетамаҡ медицина округында изоляциялау өсөн – 249, дауалау өсөн 353 койка-урын булдырыла.
Р. МАНСУРОВ.
Фото ҡала хакимиәтенең рәсми сығанаҡтарынан
алынды.
Читайте нас