Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
8 Апрель 2020, 12:15

Өфөлә өлкән йәштәге ҡатында коронавирус сире үлгәндән һуң асыҡланған

Йәкшәмбе Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында вафат булған өлкән йәштәге ҡатында коронавирус сире булыуы асыҡланған.

Пациент ике айҙан ашыу клиникала ишемия инсультынан һәм шәкәр диабетынан дауаланған, ң 80 йәшлек пациенттың хәле ауыр тип баһаланған. Уның хроник сирҙәре булыуы билдәле – эренләү сәбәпле аяғы ампутацияланған, пневмониянан интеккән.
PlayПациенттың үлеменә мейенең ишемия инфаркты сәбәпсе булған. Вафат булыусынан, уның пневмония менән сирләүен иҫәпкә алып, СOVID-19 вирусына анализ алынған. Һөҙөмтә сирлелә коронавирус булыуын күрһәткән. Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы кәм тигәндә 14 көнгә карантинға ябылған. Был турала сираттағы брифингта Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте. Әле дауалау учреждениеһында 1200 кеше карантинда ҡала, уларҙың яртыһы пациенттар.
Ведомство етәксеһе белдереүенсә, килеп тыуған хәл ике ай дауамында дауаханала дауаланғандан һуң вафат булған өлкән йәштәге ҡатында коронавирус инфекцияһы раҫланыуға бәйле. Әле Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау федераль хеҙмәте идаралығы менән берлектә сирле менән бәйләнештә булыусыларҙы карантинға аралау буйынса саралар күрелә.
СOVID-19 вирусына тест Башҡортостандың гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә һәм тағы ете үҙәктә эшләнә. Был аҙнала шәхси медицина учреждениеларында ла тест тикшереүе үтеү мөмкинлеге асыласаҡ. Әлбиттә ул табип йүнәлтмәһе менән яһала. Эпидемия хәле насар булған яҡтарҙан ҡайтыусылар, дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәргә тест үтеү мотлаҡ.
Максим Забелин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры
Бынан башҡа тағы бер ҡатындың Ковид-19 вирусын йөрөтөүе билдәләнде. Ул Төркиәнән ҡайтҡан, хәле ауыр түгел. Республикала 12 кешелә СOVID-19 асыҡланған. Бөгөн бер пациент дауахананан сыҡҡан. Бөтәһе 103 кеше был сиргә шикле һанала, уларҙың 11-е бәлиғ булмағандар.
Рәмилә ИСМӘҒИЛЕВА.
Читайте нас