Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
8 Апрель 2020, 15:05

Уяу булығыҙ: мутлашыусылар!

Рәсәйҙә мутлашыу осраҡтары барлыҡҡа килгән.

Билдәһеҙ кешеләр, үҙҙәрен санитария хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға «Коронавирус COVID-19» профилактикалау тураһында мәғлүмәт баҫылған брошюраралар һатып алырға тәҡдим итә, һатып алыуҙан баш тартҡан хәлдә административ саралар ҡулланыу менән янайҙар.
Мутлашыу осраҡтары тураһында кисекмәҫтән, тиҙ генә 112 телефонына шылтыратырға кәрәк. Был турала Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак хәбәр итә.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас