Был көндә 670 биләмәлә 85 мең ағас, 48 мең ҡыуаҡ һәм башҡа үҫентеләр ултыртыу планлаштырыла. Төбәктә эпидемиологик хәл яҡшы булһа, акцияла 150 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Әгәр инде хәл насар боролош алһа, был эште коммуналь хеҙмәттәр һәм ирекмәндәр башҡарасаҡ.
- Акцияның маҡсаты – ҡалаларҙа күпләп ағас ултыртыу. Хәлгә ҡарап эш итәсәкбеҙ. Коронавирус таралыу хәүефе артһа, халыҡты йәлеп итмәйбеҙ, ләкин был эште башҡарырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров. Шулай уҡ махсус бойороҡ сыҡҡанға тиклем Таҙалыҡ көндәрен дә туҡтатып торорға ҡушты ул. Әле биләмәләрҙе коммуналь хеҙмәттәр тәртипкә килтерә.