РФА вице-президенты Владимир Чехонин белдереүенсә, бынан бер нисә йыл элек беҙҙең ғалимдар вирусҡа ҡаршы сара уйлап таба. Бөгөн иһә ул Ҡытай белгестәрен коронавирус инфекцияһын дауалауҙа ҡулланыу мөмкин булған дарыу булараҡ ҡыҙыҡһындыра икән. Әлеге ваҡытта препарат махсус һынау үткәреү учреждениеларына тапшырыуға әҙер. Бынан тыш, тағы ла ике препарат хәҙерге коронавирус ҡараған РНК-вирустарҙы дауалау өсөн ҡулланылыуы мөмкин. Препараттарҙың өсөһө менән дә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡыҙыҡһынған. Һуңғы яңылыҡтар буйынса, тест-система клиник һынауҙарҙы уңышлы үткән һәм Рәсәйҙә ҡулланыу өсөн теркәлгән. Диагностика тупланмаһы ялған һөҙөмтә бирмәй икән. Бынан тыш, РФА белгестәре коронавирус инфекцияһына ҡаршы өс вакцина эшләй, - тип яҙып сыҡты Зәйтүнә ӘЙЛЕ «Киске Өфө» гәзитендә һәм сирҙең үтеренә шик ҡалдырманы. Шуға күрә лә коронавирусты еңеребеҙгә иманым камил. Сөнки ышаныс булғанда, Роберт Энтони әйтмешләй, һынауҙар ҡуйған тормош диңгеҙендә тыныс ҡына йөҙөргә өйрәнһәк, тормоштоң күпкә яҡшырыуына инанырбыҙ.