Башҡортостан Хөкүмәтенә СIOFF халыҡ-ара ойошмаһынан күсереү тураһында рәсми тәҡдим килгән. Бөтә донъя фольклориадаһы 2021 йылға күсерелә. Башҡортостан Республикаһы халыҡ-ара мәҙәни сараға бер нисә йыл әҙерләнгәйне. VI Бөтә донъя фольклориадаһы 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем үтергә тейеш ине. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн донъяның 80-гә яҡын иленән ғариза килгән булған. Их, донъялар! Беҙ уйлағанса ғына бармай шул! Улай тиһәң, 2021 йылға ла күп ҡалмаған инде. Ғүмерҙәр генә булһын!