Ашҡаҙар
-25 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
9 Апрель 2020, 15:00

Өҫтәмә эш хаҡы түләнмәй

Коронавирус арҡаһында 30 апрелгә тиклем оҙайтылған ял көндәре мәлендә эшләп йөрөгән рәсәйлеләр хеҙмәте өсөн өҫтәмә аҡса алмаясаҡ.

Эш хаҡы был арауыҡ өсөн ғәҙәттәгесә түләнәсәк тип хәбәр итә ТАСС. Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел. Сөнки был байрам көндәре лә, ял көндәре лә түгел бит. Эш хаҡын арттырырғамы, юҡмы икәнде – эш биреүсе үҙе хәл итә.
“Окладта ултырған хеҙмәткәрҙәргә, эш көнө түгел тип иғлан ителгән был көндәр өсөн айлыҡ эш хаҡы үҙгәрмәй. Ә инде эшләгән эшенә ҡарап түләгәндәр өсөн (сдельно) эш биреүсенең локаль норматив актында билдәләнгән тейешле дәртләндереүҙе өҫтәп биреүҙәре ихтимал, - тип белдерелә Рәсәй Хеҙмәт министрлығында.
Читайте нас