Ашҡаҙар
+8 °С
Облачно
Белмәй ҡалмағыҙ
10 Апреля 2020, 08:25

СӘЛӘМӘТ КЕШЕЛӘР МАСКА КЕЙМӘҺӘ БУЛА

Хәүефле инфекциянан маска һаҡлаясаҡ, - тип гарантиялап булмай. Сөнки сәләмәт кешеләр маска кеймәһә лә була.

Был хаҡта Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының рәсми вәкиле Тарик Язаревич белдергән. Кемдең симптомдары бар икән, ул башҡаларға йоҡтормаҫ өсөн маска кейергә тейеш, әлбиттә. Өйҙәрендә сирләп ятҡан кешене ҡараусылар ҙа үҙҙәрен һаҡлау йәһәтенән мотлаҡ маска кейергә тейеш. Бынан тыш маска кейгән кешеләр: «Миңә хәүефһеҙлек янамай»- тип яңылышып, ҡулдарын йыуырға онотоуҙары бар. Маскалар, һаҡлаусы күҙлек, бирсәткәләр тәү сиратта медицина хеҙмәткәрҙәренә кәрәк,- тип белдерә белгестәр. Шуға күрә был тауарҙарҙы «тоҡлап» алмаһаҡ та була.
Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.
Читайте нас