Ошо Указға ярашлы, 1 апрелдән башлап «Юғары әҙерлек» тәртибе ғәмәлдән сығарылғанға тиклем төбәктә урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 6-нан иртәнге 10-ға тиклем алкоголде һатыу ( шул иҫәптән йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәте күрһәткәндә лә) тыйыла.
Ошоға бәйле Республика Башлығы Хакимиәтенә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тәҡдим итеү өсөн «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы закон проектын әҙерләү бурысы йөкмәтелгәйне. Парламент уны ҡарарға һәм 13 апрелгә тиклем ҡабул итергә тейеш. Шул рәүешле алкоголь һатыу беҙҙә сикләнә. Аҙна һайын байрам итергә күнеккәндәргә бер аҙ тыйылып торорға тура килә инде.