Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Белмәй ҡалмағыҙ
14 Апреля 2020, 09:20

БАҠСАҒА БАРЫРҒА БУЛА

Хөкүмәттәге кәңәшмә барышында республика Башлығы Радий Хәбиров үҙизоляция осоронда Башҡортостан буйлап автомобилдә йөрөү рөхсәт ителә, тип белдерҙе. Указға индерелгән яңылыҡтар менән БР хоҡуҡи мәғлүмәт буйынса официаль интернет-порталында танышырға була.

“Беҙ бик мөһим ҡарарға килдек – үҙизоляция режимы осоронда автомобилдәрҙә йөрөргә рөсәт бирергә булдыҡ. Әгәр ҙә унда автомобилдең хужаһы һәм уның менән үҙизоляцияны бергә уҙғарыусылар – ғаилә ағзалары ултырһа”, - тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Башлығы администрацияһы етәксеһе Александ Сидякин социаль дистанцияны һаҡлау әле лә өҫтөнлөклө булып ҡалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, “граждандар күпләп ҡатнашҡан бер ниндәй ҙә сауҙа үҙәктәренә йөрөү, концерт, спорт, уйын-көлкө саралары уҙғарыу ҡаралмай” тип өҫтәне.
Шулай ҙа үҙ автомобилеңдә йөрөү коронавирус таратыуға бәрәбәр түгел. Шуға 6 апрелдә кискеһен республика буйынса “Дорога 02” порталы эшләй башлаясаҡ, бөгөн һәм иртәгә ул һынау үтә. Ә инде 8 апрелдән алып республика халҡына ошо портал аша махсус теркәлеү формаһын тултырып, автомобилдә йөрөргә рөхсәт алырға мөмкин. Үҙизоляция ваҡытында ҡайҙалыр барырға рөхсәт иткән документты шулай уҡ телефонға күсереп, йәки ҡағыҙға сығарып алырға ла була.
“Әммә бындай рөхсәт биреү осраҡтары һәм бара торған урындар исемлеге бик сикле. Был осраҡтарға кемделер ерләргә барыу, йәки эшкә йөрөү кеүек кисектерелгеһеҙҙәре генә ҡарай. Пропускты һәр предприятие үҙе эшләтә, үрнәге ошо уҡ сайтта күрһәтелә. Был предприятиеларҙың исемлеге базала бар, уны ДПС һәм ППС хеҙмәткәрҙәре дә инеп ҡарай ала һәм автомобил хужаһы ҡайһы предприятиела эшләүен, ул был исемлектә бармы-юҡмы икәнен тикшерә”, - тип хәбәр итте Александр Сидякин.
Ә бына 10 апрелдән алып республика халҡы “Дорога 02” порталы аша дачаларға йөрөү маҡсатында ла теркәлеү үтә ала. Шул уҡ ваҡытта бараһы урын, баҡса, берәү генә булырға тейеш – унда нәҡ әлеге осорҙа яҙғы эштәр атҡарыу талап ителеүе мөһим. Бынан тыш, үҙизоляция тураһындағы указға индерелгән яңы үҙгәрештәр эшкә яраҡһыҙ туғандар йәшәгән урынға тиклем барыуҙы ла рөхсәт итә.
Мәғлүмәт "Киске Өфө" гәзитенән алынды.
Читайте нас