Ашҡаҙар
+5 °С
Облачно
Белмәй ҡалмағыҙ
16 Апреля 2020, 10:10

Милли кейем көнө онлайн ойошторола

Иртәгә республикала Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнө уңайынан саралар онлайн форматында ойошторола.

Шулай итеп, был көндә оҫталыҡ дәрестәре, видеолекциялар, күргәҙмәләр, презентациялар һәм дәрестәр үткәреләсәк. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто милли кейем аутентикаһына бәйле 26 сара әҙерләгән. Бынан тыш:
- мәктәптәрҙә уҡыусылар өсөн “Башҡорт халҡының милли кейеме” темаһына, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәре тураһында донъя художество мәҙәниәте, республика тарихы һәм мәҙәниәте буйынса онлайн дәрестәр;
- “Милли кейемдәрҙә фото” республика флешмобы;
- Башҡорт һәм рус милли кейеме элементтарын әҙерләү буйынса онлайн оҫталыҡ дәрестәре;
- Милли музей залдары буйлап милли кейемдәрҙең виртуаль күргәҙмәһе;
- “Мин – милли кейемдә” бейеү флешмобы;
- Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле фондынан Рәсәй халыҡтары бейеүҙәрен күрһәтеү ойошторола.
Читайте нас