Белмәй ҡалмағыҙ
19 Апреля 2020, 13:00

Башҡортостанда социаль учреждениелар карантинға ябыла

Дүшәмбенән Башҡортостандың социаль хеҙмәтләндереүсе стационар учреждениелары-психоневрологик интернаттар, ҡарттар һәм балалар йорттары, социаль приюттар карантинға ябыла.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, хеҙмәткәрҙәр һәм социаль хеҙмәт алыусылар кәрәк булғандың барыһы менән тәьмин ителергә, короновирус йоҡтороусылар һәм шик аҫтында булыусы пациенттар менән эшләүселәргә өҫтәмә түләү булырға тейеш.
Транспорт өлкәһен күҙәтеү хеҙмәте менән берлектә транспорт ағымын контролгә алырға, республикаға инеүселәргә тест үткәрергә һәм уларға карантин тәртибен теүәл үтәргә ҡушыла. 20 апрелдән йәмәғәт транспортында пассажирҙарға битлекһеҙ һәм бирсәткәләрһеҙ йөрөү тыйыла.
БСТ.
Читайте нас