Май байрамдарына ҡайһы бер туристик ойошмалар сәйәхәт тәҡдим итә башлаған. Әммә бындай хеҙмәт рәхсәтһеҙ күрһәтелә. Рәсәй Хөкүмәте ҡушыуы буйынса пансионат, ял йорто, шифахана һәм башҡа курорт ойошмаларына, шул иҫәптән балалар лагерҙарына, алдан урын алыу ваҡытлыса туҡтатыла. Ҡурсаулыҡтарға ла инеү тыйыла.