

Рәсәйҙең йәмәғәт палатаһы тауыш биреүҙәр көнөнә әҙерлек сиктәрендә, күҙәтеүселәрҙе уҡытыу буйынса вебинар үткәргән. Улар дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙәр көнөндә йәмәғәт контролен алып барасаҡ.
Вебинарҙы Рәсәй йәмәғәт палатаһының тауыш биреүҙәрҙә йәмәғәт контроле буйынса эшсе төркөмө етәксеһе Максим Григорьев алып барған. Уның әйтеүенсә, бындай форматтағы аралашыуҙар артабан да буласаҡ. Шуға күрә барыһын да ҡушылырға саҡырам, тигән ул.
Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы көндәрҙә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм тауыш биреүҙәрҙә күҙәтеүсе булырға теләүселәр һаны бермә-бер артҡан.
“Рәсәй почтаһы” аша барлыҡ йәмәғәт палаталары, йәмәғәт ойошмалары һәм сәйәси фирҡәләр системаһы менән берлектә кешеләрҙән әҙер заявкалар ҡабул итә.
Мәғлүмәт "Башҡортостан ҡыҙы" журналынан алынды