Ғөмүмән, үҙизоляция ваҡытында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе эшмәкәрлеген туҡ-татмай. Мәҫәлән, театр-концерт берләшмәһенең “Бәйләнештә” селтә-рендәге рәсми төркөмөндә һәм YouTube каналында филармонияның талантлы солистары тарафынан ойошторолған бейеү, йыр, музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Елена Калинина тауыш ҡуйыу, йырлағанда дөрөҫ тын алыу серҙәре менән бүлешә. Бейеү театрының баш балетмейстеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Дауытова хореография сәнғәте нескәлектәрен аса. Халыҡ инструменттары оркестрының талантлы артисы Илнар Заманов баянда уйнарға өйрәнергә теләүселәр өсөн дәрестәр үткәрә. Ә “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмөнөң йәш ҡурайсыһы Динар Абдуллин тура эфирҙа һәм видеояҙмаларында башҡорт көйҙәрен уйнай, тарихы хаҡында тулы мәғлүмәт бирә, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Көн һайын социаль селтәрҙәрҙә артистарҙың репетициялары, сығыштары трансляциялана. Аҙна һайын сыҡҡан “Любопытное о музыке” рубрикаһында моң донъяһының иң ҡыҙыҡлы факттары тураһында белергә була. Мәҫәлән, Бөйөк Еңеү байрамына бағышланған викторина тәҡдим ителде. Бынан тыш Филармонияның йәш көстәре #ДомаЖор хештегы менән Башҡортостандың билдәле йырсылары, композиторҙарының яратҡан аштарын бешереү серҙәре менән бүлешә. Мәҫьәлән, Хөсәйен Әхмәтов, баҡтиһәң, былау яратҡан икән.
#Ришаттаҡунаҡта рубрикаһын йор һүҙле, “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө солисы Ришат Хәмитов алып бара. Үҙебеҙсә, халыҡсан, ихлас проектты тамашасылар яратып та өлгөрҙө. Филармонияның иң матур проекттарының береһе – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыуға арналған беҙҙең хәтер йырҙары (#песнинашейпамяти) флешмобы. Флешмобҡа ҡушылыр өсөн һуғыш темаһына арналған йырҙарҙың береһен һайлап башҡарырға, йырҙы видеоға төшөрөп, үҙ диуарыңа #песнинашейпамяти хештегы менән беркетеп ҡуйырға кәрәк.
Алда беҙҙе ниндәй проекттар көтә? Филармонияның художество етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллина яҡын арала сығарыласаҡ саралар планы менән бүлешеп: “Беҙ иғтибарыбыҙҙы кескәй тамашасыларыбыҙға йүнәлтергә булдыҡ. Башланғыс класс уҡыусылары һәм мәктәпкәсә тиклемге балалар өсөн филармония коллективтары дүрт премьера әҙерләй. “Сәрби” сыуаш эстрада фольклор төркөмө театрлаштырылған тамаша өҫтөндә эшләй, әҙәби-музыкаль лекторий ике интерактив проект тәҡдим итәсәк”, – тип һанап үтте.
Дуҫтар, яңы ижад миҙгелендә барыбыҙға ҙа иҫән-һау осрашырға яҙһын! Етеп килгән Халыҡ-ара бейеү көнө менән!
Рәмил АҠСУРИНА.
Фото Бейеү театры архивынан алынды.