" «БР Башавтотранс» предприятиеһы ветерандарҙы етәкселек һәм коллектив исеменән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлай, һәм 9 майҙан 11 майға тиклем республиканың ҡала маршруттарында ветерандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм уларға тиңләштерелгән шәхестәргә (таныҡлығын күрһәткәндә) юл йөрөү бушлай буласаҡ”, - тиелә дәүләт ташыусыһы белдереүендә.
Стәрлетамаҡта "Башавтотранс" предприятиеһы 7-се, 15, 17, 31, 32, 33, 35, 36-сы маршруттарҙы хеҙмәтләндерә.