Белмәй ҡалмағыҙ
8 Мая 2020, 10:05

Якутиянан ҡайттылар

Башҡортостанға бер-бер артлы яҡташтарыбыҙ ҡайта башланы.“Өфө” аэропорты “Якутия” авиакомпанияһының ике рейсын ҡабул итте .

Уларҙа Чаянды ятҡылығынан вахтасылар республикабыҙға ҡайтты. Беренсе рейста Талакандан 133 пассажир ҡайтһа, икенсеһендә Мирныйҙан 160 пассажир ҡайтты.Барлыҡ пассажирҙар ҙа махсус әҙерләнгән автобустарҙа обсерваторға юлланды. Аэропортта иһә коронавирус инфекция таралыуға ҡаршы бөтә саралар ҙа күрелгән. Багаждар һәм һауа суднолары дезинфекцияланған. Юл йонсотһа ла барыһының да кәйефтәре күтәренке.Сөнки тыуған яҡтар ифрат һағынылған.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас