Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
2 Июнь 2020, 16:15

Социаль ярҙам үҙәге ҡабул итә

Башҡортостан Республикаһы территорияһында яңы коронавирус инфекцияһы (COVID-2019) хәүеф янауға бәйле, Башҡортостан Республикаһы Башлығының «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһындағы Указына ярашлы Республика халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәгенең Стәрлетамаҡ филиалы 1 июндән алдан яҙылыу буйынса граждандарҙы йәнә ҡабул итә башланы. Был осорҙа халыҡты көн һайын 8:30 сәғәттән алып 17:30 сәғәткә тиклем (тәнәфесһеҙ) алдан яҙылыу буйынса ҡабул итәсәктәр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 апрелдән 31 авгусҡа тиклем социаль ярҙам саралары (МСП) алыусы граждандарға ваҡыты үткән осраҡта ғаризаһыҙ һәм документтарһыҙ автоматмик рәүештә 30 сентябргә тиклем оҙайтыла. Уларға филиалға килеп йөрөүҙең кәрәге юҡ (БР Хөкүмәтенең 2020 йылдың 8 апрелендәге 214-се номерлы ҡарары).
Филиалға быға тиклем социаль ярҙам сараларын рәсмиләштермәгән йәки МСП-ның яңы төрҙәренә (беренсе билдәләү) хоҡуғы булған граждандар мөрәжәғәт итә ала. Граждандарҙан ғаризалар һәм документтарҙы ҡабул итеү буйынса филиал белгестәре эште оператив ойошторһон өсөн тейешле документтарҙы алдан әҙерләп ҡуйыуығыҙ һорала:
Шәхесте раҫлаусы документтар (паспорт, тыуыу тураһында таныҡлыҡ, ИНН, СНИЛС һәм башҡалар; ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының документтары);
Социаль статус (ташлама) тураһында документтар (инвалидлыҡ тураһында мәғлүмәттәр, уҡыу урынынан белешмәләр, ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының ташламаларға хоҡуғы булыуы тураһында документтар); ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының килеме (алимент алыу-алмауы, хеҙмәт кенәгәһе, йәшәгән ере, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр тураһында һ.б.) белешмәләр. Банк реквизиттары (кредит учреждениеларына аҡса күсергән шарттарҙа).
Шуға иғтибар итегеҙ, күрһәтелгән документтар исемлеге дөйөмләштерелгән. МСП-ға тапшырыу өсөн тейешле документтар комплекты тураһында http://rcspn.mintrudrb.ru/menu_items/1380 рәсми сайтта «Түләүҙәр һәм пособиелар» бүлегендә ҡарай алаһығыҙ.
Ҡабул ителеү өсөн (http://rcspn.mintrudrb.ru/appointment) рәсми сайт йәки 8 (347 3) 25-15-72 телефоны аша алдан яҙылырға була.
Социаль ярҙам алыу буйынса бөтә һорауҙар менән филиалдың «ҡыҙыу линия» телефонына 8 (3473) 25-02-07, 8 (3473) 25-09-07 шылтыратырға мөмкин.
Хөрмәтле граждандар! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, шәхси һаҡланыу сараларын (битлек, бирсәткә) онотмағыҙ!
Граждандар социаль ярҙам саралары мәсьәләләре буйынса дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы, кесаҙна, йома - 8-30 сәғәттән алып 17-30 сәғәткә тиклем (Карл Маркс урамы, 103-сө йорт адресы буйынса) ҡабул ителә. Белегшмәләр өсөн телефондар: (3473) 25-08-46, 25-09-07, 25-02-07, 25-67-64.
Республика күп функциялы үҙәге (МФЦ) граждандарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 71, Хоҙайбирҙин урамы,.83 адресы буйынса ҡабул итә.
Республика халыҡҡа ярҙам итеү үҙәгенең Стәрлетамаҡ филиалы.

Читайте нас