Ошо көндәрҙә был ике юл сатына айырым һул яҡҡа боролошто күрһәткән уҡ менән светофор ҡуйылды.
Ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнеш бүлегенән белдереүҙәренсә, оҙаҡламай унда һул яҡҡа боролоу рөхсәт ителәсәк. Был, әлбиттә, юл сатында аварияларҙың кәмеүенә булышлыҡ итәсәк.
- Былтыр ошондай уҡ светофор Коммунистик һәм Октябрь проспекты урамдары юл сатына урынлаштырылғайны. Статистика күрһәтеүенсә, был юл сатында авария осраҡтары һиҙелерлек кәмене, - тип билдәләй ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Тротт.
Ҡалала юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы алып барыла.