Белмәй ҡалмағыҙ
3 Июня 2020, 10:05

Өс мең һумды күптәр аласаҡ

Башҡортостанда бәлиғ булмаған балалар өсөн өс мең һум күләмендәге түләүҙәрҙе хәҙер күберәк кешеләр ала аласаҡ. Был турала эшһеҙҙәрҙе социаль яҡлау сараларына арналған брифингта БР ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙергә бәлиғ булмаған балалар өсөн өс мең һум күләмендәге түләүҙәргә яңы коронавирус инфекцияһы COVID-19 пандемияһы арҡаһында 1 марттан эшһеҙ ҡалған граждандар дәғүә итә ала. Был түләүҙәрҙе РФ президенты Владимир Путин Рәсәй граждандарынаа мөрәжәғәтендә әйткәйне. Һуңғараҡ, 27 майҙа, ил башлығы бындай түләүҙәр алыусылар һанын арттырырға – кемдәр 1 мартҡа тиклем дә эшенән бушатылған, уларға ла билдәләргә тәҡдим итте.
- Беҙ Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарарын көн дә көтөп торабыҙ, - тине Ленара Иванова. - 29 майҙа ҡарар проекты хөкүмәткә индерелде, беҙ шуны көтәбеҙ. Ҡарар ҡабул ителеү менән беҙҙә бәлиғ булмаған балалары өсөн өсәр мең һумды, ҡасан эштән бушатылыуына ҡарамаҫтан, бөтә эшһеҙҙәр ҙә аласаҡ.
Түләүҙәр өс айға - апрель, май һәм июнгә һәр бәлиғ булмаған балаға түләнәсәк.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас