Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Белмәй ҡалмағыҙ
18 Июня 2020, 14:31

НИМӘ УЛ «ТРИЕННАЛЕ»? БАРЫП КҮР!

19 июнь 17:00 сәғәттә Стәрлетамаҡ картиналар галереяһында «URAL PRINT TRIENNIAL 2019» Халыҡ-ара конкурс күргәҙмәһенең баҫма графика Триенналеһы асыласаҡ.2019 йылда үткән конкурста 43 ил ҡатнашты. Унда Гран-при яулаусы Михаил Верхоланцев, беренсе премия лауреаты булған Польша рәссамы Вероника Сюпканан ғына ҡалышып Башҡортостан графигы Тәлғәт Мәсәлимов икенсе премия еңеүсеһе булды.

Халыҡ-ара «URAL PRINT TRIENNIAL» конкурс күргәҙмәһе 1995 йылдан башлап өс йыл һайын үтеп тора. Әлеге күргәҙмә туғыҙынсы булып тора һәм 25 йыл ваҡыт эсендә был конкурс донъя кимәлендә брендлы проект исемен яуланы һәм намыҫлы жюри исемлеге, үҙ йолалары менән дан тота.
Бөтәһе Стәрлетамаҡ картиналар галереяһында 200 тирәһе эш күрһәтеләсәк. Күргәҙмәләр лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре менән йәнәшә алып барыласаҡ.
Стәрлетамаҡ картиналар галереяһы йәкшәмбе, дүшәмбе көндәренән башҡа һәр көн сәғәт 10:00-18:00 арауығында эшләй. Бәйләнеш өсөн телефон - 8(3473)22-97-80. «URAL PRINT TRIENNIAL» экспозицияһы 11 июлгә тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас