Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
3 Июль 2020, 15:55

Тәмәкеселәргә сикләүҙәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәмәке һәм кальян тартыуҙы сикләүсе закон проектына ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостанда хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.

Хәҙер республикала йәмәғәтселек урындарында тәмәке генә түгел, кальян тартыу ҙа тыйыла. Скверҙарҙа территорияларында, яр буйы урамдарында, юл аша сығыу урындарында, туҡталыштарҙа һәм асыҡ һауала халыҡ йыйылған сараларҙа тартыу мөмкин булмаясаҡ.
Тәртип боҙоусыларға 500 һум күләмендә, ҡабаттан тәртип боҙоусылар – 1000 һум штраф һалыу ҡаралған. Закон проекты ҡул ҡуйғандан һуң ун көн үткәс көсөнә инә.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас