Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Белмәй ҡалмағыҙ
30 Июля 2020, 08:40

Юл хәрәкәте сикләнә

Ҡаланың көнсығыш өлөшөндә, муниципаль контрактҡа ярашлы, «АМС» яуаплылығы сикләнгән подрядсы ойошмаһы иҫке ағастар урынына йәш үҫентеләр ултырта.

Тимер юл тоннеле буйындағы ағастарҙы ҡырҡыуға бәйле, 31 июлдән 1 авгусҡа ҡарай төндә, һәм шулай уҡ 1 августан 2-се авгусҡа ҡарай төндә сәғәт төнгө 1-се яртынан алып таңғы 6-сы яртыға тиклем Элеватор урамынан Вокзал урамы киҫелешенә тиклемге өлөшөндә Хоҙайбирҙин урамы буйлап автотранспорт хәрәкәте сикләнә.
Йәмәғәт транспорты ҡәҙимге режимда йөрөйәсәк. Был турала Стәрлетамаҡ ҡалаһы торлаҡ коммуналь хужалыҡ идаралығы һәм сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлегенән хәбәр итәләр.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас