Ашҡаҙар
+27 °С
Облачно
Белмәй ҡалмағыҙ
6 Августа 2020, 05:00

Эшҡыуарлыҡҡа тотоноусылар бизнес-лагерҙа бушлай уҡый ала

Башҡортостанда яңы башлаусы эшҡыуарҙар өсөн бизнес-лагерҙар уҙғарыла, тип хәбәр итәләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.

Башҡортостанда бизнес-лагерҙар Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһын хуплау» милли проекты сиктәрендә булдырыла.
Бизнес-лагерҙа үҙ бизнесын 2020 йылда теркәгән эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.
Башлаусы эшҡыуарҙар өсөн беренсе ике көнлөк бизнес-лагерь август башында Сибайҙа ойошторолдо.
15-16 августа ошондай лагерь Стәрлетамаҡта, 29-30 августа - Нуриман районы «Павловка паркы» ял базаһында уҙғарыласаҡ.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас