Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
25 Сентябрь 2020, 14:10

БАР ҒҮМЕРЕН ӘҘӘБИӘТКӘ, МӘҘӘНИӘТКӘ АРНАНЫ

Бөгөн шағирә, журналист Флүзә Мырҙабаеваға 70 йәш тулды

Шағирә, журналист Флүзә Рәжәп ҡыҙы Мырҙабаева Ауырғазы районы Иҫке Мораҙым ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, Ғафури районының «Йондоҙ» гәзитендә эшләй. Өс тиҫтә йыллап «Башҡортостан» гәзите редакцияһында хеҙмәт итә. «Башҡортостан панорамаһы» журналы редакцияһында тәржемә бүлеге мөдире була.
Флүзә Мырҙабаева – матбуғатта баҫылған бихисап мәҡәләләр, ижади портреттар авторы. Журналистикала әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә очерктар оҫтаһы булып таныла. Әҙибәнең шиғриәтенә ихласлыҡ, асыҡлыҡ, кеше менән кешеләр, тирә-йүн араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыу хас. Һәр шиғырында тиерлек туған тәбиғәт тасуирлана, шағирәнең кисерештәре шулар аша асып бирелә.
Флүзә Рәжәп ҡыҙы – Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты.
Ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: