Шулай уҡ Башҡортостан Башлығының хәләл ефете һәм «Вся Уфа» телекомпанияһы «Беҙҙең өйҙөң йәме» проектын башлап ебәрҙе. Уның төп маҡсаты – балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә яратҡан ата-әсә һәм ғаилә табыу. Телеканал
етем балалар тураһында видеояҙмалар әҙерләй, уларҙың яҙмышы һәм хыялы хаҡында һөйләй, роликтарҙы эфирҙа күрһәтә һәм интернетҡа һала. Проект ярҙамында 35 бала ата-әсәле булыу бәхетенә иреште.