Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Белмәй ҡалмағыҙ
16 Декабря 2020, 09:05

Шәмбе һайын - ит йәрминкәһе

Башпотребсоюздың Стәрлетамаҡ район-ара сауҙа базаһында (Хоҙайбирҙин урамы, 85) көн дә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙғарыла. Был турала ҡала хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары һәм хеҙмәте бүлеге хәбәр итә.

Ит йәрминкәләре шәмбе көндәрендә ойошторола. Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 9-00-ҙан 15-00-гә тиклем эшләй. Унда яҡын-тирә райондарҙың ауыл тауар етештереүселәре, крәҫтиән һәм фермер хужалыҡтары ҡатнаша.
Р.УСМАНОВА.
Читайте нас