Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
31 Декабрь 2020, 09:20

Беҙҙе һырғалаҡтар, әкиәттәр көтә!

Быйыл Стәрлетамаҡта 9 Яңы йыл ҡаласығы эшләй, шуларҙың өсәүһе – ҡаланан ситтәге биҫтәләрҙә. Йәмғеһе 159 Яңы йыл саралары уҙғарыу планлаштырыла. Һеҙҙең иғтибарға 2021 йылың 1 ғинуарынан алып 14 ғинуарға тиклем ҡалала үтәсәк Яңы йыл байрамдары саралары планын тәҡдим итәбеҙ. Саралар шулай уҡ онлайн-форматта ла уҙғарыласаҡ.

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе алдындағы майҙанда (Ленин проспекты, 30в). СДТКБ аристары әкиәт геройҙары, Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу менән осрашыуҙар ойоштора.
Ҡала мәҙәниәт һарайының Туҡаев урамы, 9 адресы буйынса урынлашҡан бина (элекке “Сода” мәҙәниәт йорто) алдындағы майҙанда иһә:
– 3 ғинуарҙа сәғәт 12:00-дә “Өләсәйем һандығынан уйындар”;
– 5 ғинуарҙа сәғәт 12:00-дә “Беҙҙең һымаҡ бейе” бейеү һәм уйын программаһы;
– 6 ғинуарҙа сәғәт 12:00-дә содасылар паркында “Раштыуа” еңел атлетика ярышы;
– 10 ғинуарҙа сәғәт 12:00 “Һыуыҡ бабай тик тормаҫҡа ҡуша “ концерт-уйыны көтә.
Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы Яңы йыл ҡаласығында (Октябрь проспекты, 35):
– 4 ғинуар сәғәт 12:00 “Һыуыҡ бабай тик тормаҫҡа ҡуша “ концерт-уйын;
– 6 ғинуарҙа сәғәт 17:00-дә “Барвинок” рус-украин халыҡ йыр ансамбле ҡатнашлығында “Коляда килде, ҡапҡа ас” театрлаштырылған концерт;
– 7 ғинуарҙа сәғәт 12:00 “Ҡарлы Раштыуа” концерт-күңел асыу программаһы, “Тыуған моңдар” рус йыры халыҡ хоры һәм “Забава” рус йыры халыҡ ансамбле ҡатнашлығында концерт;
– 9 ғинуарҙа сәғәт 14:00 Халыҡ бейеүҙәре көнөннә арналған «Бергәләп бейейбеҙ бейеү флешмобы;
– 13 ғинуарҙа сәғәт 15:00 “Йөрәктау” һәм “Ашҡаҙар нағыштары” башҡорт халыҡ ансамблдәре ҡатнашлығында “Шыршы янында осрашабыҙ” концерт-уйыны була.
Гагарин исемендәге паркта:
– 1,6 ғинуар сәғәт 15:00 Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығында ҡышҡы уйындар;
– 9 ғинуар сәғәт 15:00 Раштыуа карнавалы, 21:00-дә киске салют;
– 10 ғинуар сәғәт 15:00 Ҡыш Бабайҙы оҙатыу байоамы, ритайым үтә.
Бынан тыш та төрлө биҫтәләрҙә, ихаталарҙа уйын-тамашалар үтеп торасаҡ, һырғалаҡтар, шыршы майҙандары ла көтөп ҡала. Һаҡланыу сараларын инҡар итмәй, байрам сараларын күрергә ашығығыҙ, дуҫтар!
Читайте нас