Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Белмәй ҡалмағыҙ
31 Декабря 2020, 06:30

Медицина учреждениелары нисек эшләй?

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Яңы йыл байрамдарында медицина учреждениеларының эш графигын раҫланы. Шуға ярашлы, 2021 йылдың 1 ғинуарынан 8 ғинуарға тиклем Стәрлетамаҡта поликлиникалар һәм дауаханалар түбәндәгесә эшләй:

– 1-8 ғинуарҙа сәғәт 8.00-дән 17.00-гә тиклем, саҡырыу буйынса ҡабул итеүҙәр менән (шул иҫәптән кисектергеһеҙҙәре лә) сәғәт 16.00-гә тиклем;
– 9 ғинуарҙа шәмбе графигы буйынса – сәғәт 8.00-дән 17.00-гә тиклем, саҡырыу буйынса ҡабул итеүҙәр менән (шул иҫәптән кисектергеһеҙҙәре лә) сәғәт 16.00-гә тиклем;
– 10 ғинуарҙа – йәкшәмбе – кисектергеһеҙ ярҙам хеҙмәте саҡырыу буйынса ҡабул итеүҙәр менән сәғәт 16.00-гә тиклем.
Стәрлетамаҡ травматология пункты иһә көн һайын эшләйәсәк.
Р. ЗАМАНОВА.
Читайте нас