Тәүге уҡыуҙа документ уҙған йылдың ноябрендә үк хупланды, тип белдерҙе РИА Новости. Унда әйтелгәнсә, урындағы властарҙың «йәмәғәт урындарында иҫерек йөрөгән кешеләргә ярҙам күрһәтеү» вәкәләте барлыҡҡа килә, шул иҫәптән төбәктәргә махсус учреждениеларҙың эшмәкәрлеген ойошторорға кәрәк буласаҡ. «Законға ярашлы, ил төбәктәре һәм муниципалитеттарҙа ла медицина айнытҡыстарын булдырыу буйынсы вәкәләттәр ҡаралған, тип билдәләне БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, йыл һайын илебеҙҙә алкоголдән эшкә яраҡлы 50 мең кеше харап була, шуларҙың 8-10 меңе туңып үлә. Эскән кешенең күбеһе енәйәтселәрҙең ҡорбанына әйләнә. Ә айнытҡыстар алпан-толпан атлаған иҫерек кешегә ярҙам итәсәк. Шуға күрә Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортстанда ла айнытҡыстар дәүләт-шәхси һәм муниципаль-шәхси партнерлыҡ тураһында килешеүҙәр нигеҙендә булдырыла. Ошоға бәйле Һаулыҡ һаҡлау, Хеҙмәт һәм Эске эштәр министрлыҡтары ошондай учреждениеларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу ҡағиҙәләрен әҙерләргә тейеш. Тимәк, йәмәғәтселек урындарын боҙоусылар илдә ҡалмаясаҡ, тип фараз итергә форсат бар.