Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
20 Ғинуар 2021, 06:50
22 ҒИНУАРҘА ДӨЙӨМ РЕСПУБЛИКА АТА-ӘСӘЛӘР ЙЫЙЫЛЫШЫ БУЛА
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән осрашыуы онлайн-дискуссия форматында уҙғарыла һәм Мәғариф министрлығының YouTube-каналында, министрлыҡтың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә тура эфирҙа күрһәтелә.
Сараның модераторы – педагогия фәндәре докторы, профессор Раил Әсәҙуллин. Министр менән һөйләшеүҙә ата-әсәләр берләшмәһе һәм белем биреү ойошмалары вәкилдәре лә ҡатнаша.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрына һорауҙы бер нисә ысул менән 21 ғинуарға тиклем бирергә мөмкин:
– электрон почта адресына:
migranova@spbsot.ru
;
– Мәғариф һәм фән министрлығының социаль селтәрҙәре аша;
– Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы йәштәр советының социаль селтәрҙәре аша.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"