

Конкурс ике этапта үтә. Тәүге һайлап алыу этабында ситтән тороп ҡатнашалар. 10 мартттан алып 10 апрелгә тиклем эштәрҙең фотоһын Өфөнөң 2-се балалар художество мәктәбенең электрон почтаһына ошо адрес буйынса ебәрергә кәрәк: ufa-dhsh-2@mail.ru.
Икенсе халыҡ-ара этапта ҡатнашыу өсөн һайлап алыу этабын үткән эштәр Өфөнөң 2-се балалар художество мәктәбенә ебәрелә. Уның адресы: 450001, Өфө ҡалаһы, Бабушкин урамы, 25 ( 450001, г. Уфа, ул. Бабушкина, д. 25, МБУДО ДХШ № 2 ГО г.Уфа РБ).
БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, иң яҡшы конкурс эштәре экспозицияһы 30 августа Өфө художество галереяһында асыласаҡ. Күргәҙмә 12 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Балалар сәнғәте бәйгеһе “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” проекты сиктәрендә үткәрелә.
Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы