Беҙҙең студенттар иң талантлы, инициативалы һәм уңышлылар! Егет-ҡыҙҙарҙың күбеһе социаль проекттарҙа ҡатнаша, фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеге һәм спорт менән шөғөлләнә, үҙҙәрен йәмғиәтебеҙҙең төрлө өлкәләрендә таныта. Хыялдарығыҙҙы һәм өмөттәрегеҙҙе тормошҡа лайыҡлы ашыра алырығыҙға, ә алған белемегеҙҙең Стәрлетамаҡ һәм бөтә республика мәнфәғәтенә уңышлы хеҙмәт өсөн нигеҙ булырына иманым камил.
Хөрмәтле дуҫтар, һеҙгә именлек һәм маҡсаттарығыҙға ирешеүегеҙҙе, ныҡлы сәләмәтлек, тормошоғоҙҙоң сағыу һәм ыңғай тәьҫораттарға бай булыуын теләйем! Байрам менән, студенттар көнө менән!
Ихтирам менән Владимир КУЛИКОВ,
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы