Халыҡты иҫәпкә алыу ҡағыҙҙарында ниндәй үҙгәрештәр көтә беҙҙе? Кешенең мәшғүллеге һәм эшһеҙлек тураһында ла һүҙ буласаҡ. Был һорауҙар хеҙмәт миграцияһының төгәлерәк күрһәткестәрен күҙ алдына баҫтырасаҡ. Шулай уҡ кешенең төп эш урыны ла күрһәтеләсәк. Элек был һорау юҡ ине. Сөнки кешенең эше берәү була торғайны. Ә инде элек йәшәгән урын тураһында беҙҙән кешеләрҙең һуңғы 10 йылда төбәктән төбәккә күсеүен асыҡлар өсөн төпсөнәсәктәр. Шулай уҡ сит илдән ҡайтыусыларҙан: «Сит илдә 12 айҙан артыҡ йәшәнегеҙме?» тип һораясаҡтар. Сит илдең исемен әйтергә һәм Рәсәйгә ҡайтҡан йылды атарға тура киләсәк.