Ярышта ҡатнашыу өсөн уҡыусылар һәм студенттар, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр, ҡаланың предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, ветерандар һәм саңғы спортын яратыусылар саҡырыла. Ярышта 65 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала.
Физик культура һәм спорт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 11 сәғәт 45- минутта ғаилә уҙышы һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр VIP-ярышы старт ала. Ғаилә ярыштарында ҡатнашыу атай, әсәй һәм 12 йәшкә тиклемге балаларҙан торған командаларға рөхсәт ителә. Һәр уҙыш дистанцияһы – ирекле йөрөш менән 1 км.
Сара иң көслөләрҙең 2 км-ға уҙышы менән тамамлана.
Ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте.