Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
13 Февраль 2021, 17:43

Саңғысылар сыҡты ярышҡа.

Ҡояшҡа ялтырап ятҡан ҡар бөртөктәре,юлда саңғы эҙҙәре... Саф һауала, ап-аҡ ҡарҙан елгән саңғысының кисерештәрен ул үҙе генә аңлай алалыр... Финишҡа етеп килгәндә һине солғап алған иҫ киткес рәхәтлекте тояһың! Дәртләндереп-ҡеүәтләндереп торған тирә яҡтағы кешеләрҙең һүҙҙәренән әйтерһең, һиңә ҡанаттар үҫә!

Бөгөн Стәрлетамаҡтың "Содовик" спорт комплексының саңғы трассаһы спорт һөйөүсө дуҫтарын йыйҙы. Төрлө йәштәге спортсылар уҙышҡа күтәренке кәйеф менән килде, сөнки тап саңғысылар яратҡан елһеҙ, тыныс көн ине. “Рәсәй саңғы юлы-2021 ” ҡаланың һәм Стәрлетамаҡ районының төрлө ведомство етәкселәре, ветерандар, студенттар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Ярышты асыу тантанаһында, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Живаев Александр Николаевич, ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Селиверстов Юрий Анатольевич ҡатнашыусыларға еңел старт, еңеүгә ынтылыш һәм юғары һөҙөмтә теләне. "Бөтә ил буйынса уҙғарылған ярышта ҡатнашыуығыҙ, сәләмәт тормош алып барыуығыҙ ҡыуаныслы хәл. Барығыҙға ла уңыштар!"- тине үҙенең сәләмләү һүҙҙәрен Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ҡорбанғәлиев Азат Марат улы.
“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектына ярашлы, төркөмдәргә бүлеп ойошторолған “Рәсәй саңғы юлы-2021” ҡыҙыу барҙы. Бәйгене ситтән күҙәтеүселәр һәр береһе өсөн янып-көйҙө, артта ҡалыусыларҙы дәртләндерҙе. Өлкәндәргә эйәреп килгән кескәйҙәрҙең әүҙемлеге иғтибарҙы йәлеп итте.
Беренсе булып кескәйҙәр стартҡа баҫты. 1 км араны улар «һә» тигәнсе үтте. Бәйгеселәрҙе ҡеүәтләгән ауаздар аҫтында финишҡа бер-бер артлы килеп тә еттеләр. Еңеүселәр кемдәр тиһегеҙме? Ҡала һәм район мәктәптәре малайҙар араһында Андреев Станислав еңеп сыҡһа, малайҙар менән бер рәттән ҡыҙҙар ҙа һынатманы - 9-сы мәктәп уҡыусыһы Манякова Милена бер кемгә лә ал бирмәне.
“Рәсәй саңғы юлы – 2021” ярышының “ Атай, әсәй, мин” ғаилә командалары араһынан Стәрлетамаҡта йәшәүсе Хәбировтар ғаиләһе барыһынан да етеҙерәк булып сыҡты. 2-се урынға - Караськиндар һәм 3-сө Чумаченко ғаиләһе лайыҡ булды.
Урта профессиональ белем биреү учреждениелары студенттары араһынан Ростова Елизавета һәм Шоев Азиз беренсе урында, юғары белем биреү учреждениелары студенттары араһынан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының юридик факультеты студенты Самсонов Иван беренсе урынды алды. Шулай уҡ педагогик-психология факультеты студенттары Самсонова Оксана һәм йыл да ҡатнашып килгән Когур Мария еңеүсе булды.
Бынан тыш, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһынан Ямщикова Регина менән Егоров Андрей икеһе лә беренсе урын яуланы.
Үҙ дистанцияһын тамамлағандар эҫе сәй һәм бутҡа менән дә һыйланды. Ярыш тамамланһа ла, саңғы трассаһы оҙаҡҡа тиклем күңелле тауыштарҙан тынмай торҙо. Саңғы спортын яратҡандар өсөн, ысын мәғәнәһендә бөгөнгө көн байрам булды.
Г.ҠЫУАТОВА.
Автор фотолары.
Читайте нас