Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
10 Март 2021, 05:10

УҢАЙЛЫ, ХӘҮЕФҺЕҘ ҺӘМ ТӘБИҒӘТ ФАЙҘАҺЫНА

Пассажирҙарҙың 90 проценты был транспорт төрөн үҙ итә

Кем нисектер, ә мин эшкә барғанда ла, эштән ҡайтҡанда ла троллейбусҡа ултырып йөрөргә яратам. Минең йәштәгеләр һәм минән өлкәнерәктәр ҙә тап шулай итәлер, тим. Сөнки беҙҙең йәшлек тә ҡалабыҙҙа троллейбустарҙың пассажирҙарҙы йөрөтөүсе төп транспорт булған йылдарға тура килде бит. Шуныһы ҡыуаныслы: был йәмәғәт транспорты төрө хәҙерге конкуренция заманында ла төп пассажир ташыусы булып ҡала һәм инде хәҙерге йәштәр ҙә кинәнеп троллейбуста йөрөргә ярата.
Тарихи көн
Тарихҡа килгәндә, Стәрлетамаҡ троллейбус хәрәкәтен 60-сы йылдарҙа тормошҡа ашырыу еңелдән булмай. Шулай ҙа, 1957 йылда ҡалабыҙҙа троллейбус линиялары төҙөлә башлай. 1957-1959 йылдарҙа төҙөлөш етәксеһе, ә һуңыраҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы “Троллейбус идаралығы”ның беренсе етәксеһе итеп Николай Михайлович Матвеев тәғәйенләнә һәм 20 йыл ошо вазифала етәкселек итә. Троллейбус депоһын төҙөү автоколонна төҙөүгә ҡарағанда ла ауырыраҡ эш булып сыға. Сөнки был эште атҡарып сығыр өсөн юлдар төҙөү генә түгел, тоташтырыусы линиялар ҙа һуҙырға тура килә. Шулай уҡ подстанциялар булдырыла, водителдәр уҡытыла. Шулай итеп, 1961 йылдың 25 февралендә ҡарлы урамдар буйлап беренсе троллейбус рейсы юлға сыға. Ул “Колхоз баҙары – Сода-цемент комбинаты” маршрутына сыҡҡан 15 троллейбус Стәрлетамаҡта ғына түгел, Башҡортостанда беренселәрҙән булып ҡала урамынан елдерә. Ул саҡта ҡаланың төп пассажир маршруттарының береһе булып Стәрлетамаҡтың боронғо өлөшөн сәнәғәт зонаһына тоташтыра. Аҙаҡ Колхоз баҙарын Тимер юл менән тоташтырған маршрут та барлыҡҡа килә.
Коллектив өсөн 1963 йылда Ленин проспектынан Өфө тракты буйынса трасса һәм район-ара база (әлеге “Лев Толстой урамы” туҡталышынан “Первомайский”ға тиклем) аша һуҙылған икенсе линия етди һынау була. Сөнки 17,2 километр һуҙымындағы был линия троллейбус депоһына ла, контакт селтәренә лә тоташтырылмаған булып сыға. Шунлыҡтан, көн һайын иртә таңдан буксир менән 13 троллейбусты әлеге трассаға алып барырға һәм кире алып ҡайтырға тура килә. Ул ваҡытта Советтар Союзында ҡала электр предприятиелары тарихында бындай шарттарҙа эшләү берҙән-бер эксперимент ысулы була. Был линия буйынса ҡаланың халыҡ йәшәгән райондары “Авангард”, “Строймаш”, “Тимер-бетон изделиелары” һәм Ленин исемендәге заводтарға бәйләнә. Ниһайәт, ҡалала йәшәүселәр ҡала йөҙөн үҙгәртеүсе заманса пассажир транспортында иркен йөрөй ала. Юлдарға асфальт түшәлә, юлдар яҡшыраҡ яҡтыртыла башлай, троллейбус линиялары тирәһенә йәшел үҫентеләр ултыртыла. Бынан тыш, троллейбус паркы ҡеүәте даими арттырыла, ремонт системаһы һәм хәрәкәт составын техник хеҙмәтләндереү камиллаштырыла. Шулай уҡ линияла транспорт хәрәкәтен ойоштороу һәм ҡала халҡын линияла электр транспорты менән хеҙмәтләндереү сифатлыраҡҡа әйләнә.
Яңы депо
1968-1979 йылдарҙа депо биләмәһе киңәйтелә, хакимиәт корпусы төҙөлә. Ә 1980 йылда идара начальнигы итеп Юрий Михайлович Белоглазов тәғәйенләнә һәм ул троллейбус идаралығы коллективын 2000-се йылға тиклем етәкләй. 80-се йылдарҙа илдең иҡтисади хәле көрсөккә терәлгәндә, ҡала иҡтисады ихтыяжына ярашлы, барий производствоһына, күн аяҡ кейемдәре комбинатына, ВТС һәм машиналар эшләү заводына тиклем яңы маршруттар асыла. Был йылдарҙа троллейбус паркы, ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү депоһы ҡеүәтен, энергия хужалығы хеҙмәтен үҫтереү ихтыяжы килеп тыуа. Ошоға бәәле 1985 йылда энергия хужалығы хеҙмәтенең производство базаһы төҙөлә. Ә 1989 йылдың 18 июлендә 100 берәмек хәрәкәт составы булған 2-се депоны сафҡа индереү ҡала тарихында мөһим ваҡиға була. Ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, бөтә планлаштырылған техник-иҡтисади күрһәткестәр йыл һайын үтәлеп килә. Ул йылдарҙа троллейбус идаралығына Спартак Ғәли улы Әхмәтов етәкселегендәге ҡала хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтә. Ул йылдарҙа троллейбус транспорты ҡала пассажир транспортының төп төрө була һәм көн һайын ҡала буйлап 90 процент пассажирҙы ташый. Троллейбус идаралығы ҡала сәнәғәте һәм торлаҡ райондарҙың артыуын иҫәпкә алып, йылдан-йыл үҙенең маршруттарын да арттыра.
16-сы, 17-се маршруттар
2000-се йылдар башында Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы начальнигы итеп Александр Николаевич Матвеев тәғәйенләнә, ул предприятие менән 19 йыл етәкселек итә. Предприятие үҫешенең төп йүнәлештәре булып матди-техник базаны яңыртыу, ремонтлауға яңы технологиялар индереү, эшселәрҙең хеҙмәт шарттарын һәм көнкүрешен яңыртыу тора.
2001-2002 йылда Хоҙайбирҙин урамы буйлап линия төҙөлә, ул автовокзалдан Ленин проспектына “Мәңгелек ут” ҡулсаһынан борола, был иһә халыҡҡа күптән кәрәкле 16-сы һәм 17-се маршруттар була. Ә инде энергия хужалығын телеидараға күсереү ҡала электр транспортын электр менән тәьмин итеүҙе ышаныслы итә. 2000-2012-се йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының финанс хәле яҡшырыу Стәрлетамаҡта ла сағылмай ҡалмай, троллейбус идаралығында хәрәкәт составын яңыртыуға мөмкинлек бирә. Ә 2016 йылдан алып троллейбус йөрөмәгән урындарға пассажирҙарҙы ташыу маҡсатында бәләкәй класлы автобустар һатып алына.
2019 йылдың апрелендә идаралыҡҡа начальник итеп эшсе ғаиләнән сыҡҡан Леонид Николаевич Коневты тәғәйенләйҙәр. Ул үҙе бында 2006-2010 йылдарҙа депола хәрәкәт составы слесарь-электригы булып эшләгән. Ә аҙаҡ энергия хужалығында эшләп тәжрибә туплаған кеше.
Яңы етәкселектә лә төп йүнәлештәр булып идаралыҡтың хәрәкәт составы паркын яңыртыу, эшселәргә йыл һайын хеҙмәт хаҡтарын күтәреү, шулай уҡ пассажирҙарҙы ташыу баҙары өлөшөн арттырыу тора. 2019 йылдың аҙағында коллектив бер төптән эшләү юлы менән предприятиеның финанс хәле яҡшыра. Ә 2020 йылдың февралендә “Пассажирҙарҙы ташыу өлкәһендә иҡтисади күрһәткестәрҙе яҡшыртҡан өсөн” коллектив ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликовтың рәхмәтенә лайыҡ була.
Электр двигателе – беҙҙең киләсәк
Бөгөн иһә Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы – уңышлы муниципаль предприятие. Ун биш маршрут буйынса 70 троллейбус һәм 36 автобус пассажирҙарға көндәлек хеҙмәт күрһәтә.
– Беҙ командабыҙ, коллективыбыҙ менән көслө, – ти идара начальнигы Леонид Конев. – Улар менән преприятие ауыр йылдарҙы ла артта ҡалдырҙы. Владимир Иванович етәкселегендәге хакимиәт ярҙамы менән киләсәгебеҙ таҙа экологиялы йәмәғәтселек транспортына бәйле, тип уйлайым. Электр - ул иң таҙа энергия, фәҡәт электр транспорты тәбиғәткә насар тәьҫир итеүҙе кәметә. Троллейбустың йәшерен потенциалын мобиль телефон менән сағыштырырға мөмкин. Элек мобиль телефон әллә ни өмөтлө һымаҡ тойолмай ине, хәҙер иһә уны тотош бәләкәй компьютер тиһәк тә була. Күрерһегеҙ, тиҫтә йылдар үтер һәм кешеләр ҙә ғәҙәти двигателде электр двигателенә алыштырыр. Был мотлаҡ буласаҡ, сөнки тәбиғи логика буйынса, кешелек үҙ-үҙен һаҡлап ҡалырға тейеш.
Леонид Николаевичтың һүҙҙәре менән килешеп, ул һүҙҙәрҙең тормошоҡа ашырына өмөт итеп ҡалайыҡ. Ә оҙаҡ йылдар дауамында беҙҙе эшкә, ҡунаҡҡа, баҙарға, концерттарға, баҡсаларға йөрөткән троллейбус идаралығының барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен дә ихлас ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас