Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
11 Март 2021, 06:45
Белгестәр талап ителә
Стәрлетамаҡ хакимиәте муниципаль хеҙмәттә 3 вакантлы вазифа биләү буйынса конкурс уҙғарыу тураһында иғлан итә. Мэрияның сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлегенә баш белгес; иҡтисади үҫеш бүлегенә баш экономист; опека һәм попечителлек буйынса идаралыҡтың 3-сө секторына баш белгес талап ителә.
Кандидаттарға квалификациялы талаптар: профессиональ белем булыу; стажға талаптарҙы күрһәтмәү. Конкурс шәхси әңгәмәләшеү юлы менән уҙғарыла.
Сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлегенә баш белгес, иҡтисади үҫеш бүлегенә баш экономист вазифаһына конкурстар 23 мартта 15.00 сәғәттә ҡала хакимиәтенең 301-се бүмәлһендә уҙғарыла. Документтар 19 мартҡа тиклем ҡала хакимиәтенең 224-се бүлмәһендә көн һайын сәғәт 16-00-дән 17-30-гә тиклем ҡабул ителә. Белешмә өсөн телефондар: 24-10-26, 24-51-87.
Опека һәм попечителлек буйынса идаралыҡтың 3-сө секторына баш белгес вазифаһын биләү өсөн конкурс 30 мартта 15.00 сәғәттә 301-се бүлмәлә уҙғарыла. Документтар 26 мартҡа тиклем 224-се бүлмәлә ял көндәренән башҡа көндәрҙә көн һайын сәғәт 16-00-дән 17-30-гә тиклем ҡабул ителә. Белешмә өсөн телефондар: 22-20-46, 24-51-87.
Вазифалыҡ бурыстары, документтар теҙмәһе, конкурсты уҙғарыу тәртибе, һәм шулай уҡ хеҙмәт килешеүе проекты буйынса ентекле мәғлүмәт ҡала хакимиәте сайтының «Вакансии»:
https://sterlitamakadm.ru/about/vacancies/job/
бүлегендәурынлаштырылған.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"