Сарала хеҙмәтте һаҡлау хеҙмәте белгестәре һәм етәкселәре ҡатнаша ала. Сараны Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Дәүләт Хеҙмәт инспекцияһы, Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы һәм “Тармаҡ-ара институты” шәхси белем биреү учреждениеһы ойоштора. Конкурс йомғаҡтары буйынса тәүге 10 иң яҡшы белгес исемлеге төҙөлә. Уға конкурстың бөтә этаптарында дөйөм иң күп балл йыйған һәм яуаптарға иң кәм ваҡыт сарыф иткән бәйгеселәр инә. Шулай уҡ предприятиеларҙың эшмәкәрлек төрөнә ярашлы иң яҡшы белгестәрҙе асыҡлау күҙаллана. Конкурс Өфө ҡалаһы, Революцион урамы, 55-се йорт адресы буйынса 4-се ҡатта урынлашҡан“Тармаҡ-ара институты» шәхси белем биреү учреждениеһы”нда үткәрелә. Заявкалар 16 мартҡа тиклем ҡабул ителә.