Программала оҫталыҡ дәрестәре, интерактив майҙансыҡтар, ата-әсәләр берләшмәһе өсөн онлайн-конференция, кинофильмдар күрһәтеү, концерттар ҡаралған. Төп ваҡиғалар – 18 мартта Барҙа районы Төндөк ауылында ғәйнә башҡорттары конференцияһын ойоштороу һәм Пермь районы Ҡуян ауылында Исмәғил Тасимовҡа мемориаль таҡта асыу күҙаллана. Был сараға Стәрлетамаҡтан да делегация барыр ул.