Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
16 Март 2021, 12:40

Бер шылтыратыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ

Башҡортостанда «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит!» акцияһы башланды.

Наркотик менән законһыҙ сауҙа итеү, уны таратыу һәм ҡулланыуға бәйле саралар республикала 15-нән 26-сы мартҡа тиклем уҙғарыла. Шундай уҡ акциялар Рәсәй буйынса үткәреләсәк, тип хәбәр итә БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Хоҡуҡ һаҡлау органдары акция үткән ваҡытта тәүлек әйләнәһенә наркотиктар әҙерләү, ҡулланыу һәм һаҡлау факттары һәм башҡа мөһим мәғлүмәттәр тураһында БР буйынса Эске эштәр министрлығының рәсми сайтына (www 02 мвд.рф) – «Наркотикам нет» һылтанмаһына йәки республика ҡала һәм райондарының Рәсәй Эске эштәр подразделениеларының дежур бүлектәренә шылтыратыуығыҙҙы һорай. Бер шылтыратыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Улар буйынса сара күреләсәк.
Читайте нас