Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
16 Март 2021, 06:05

Тәфтишселәр идараһы етәксеһе граждандарҙы ҡабул итә

Стәрлетамаҡта Рәсәй тәфтишселәр комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Денис Чернятьев Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин менән бергәләп граждандарҙы ҡабул итә.

Коррупцияға ҡаршы хәрәкәткә һәм эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлауға бәйле булған ҡабаттан тикшереү һәм енәйәт эштәренә ҡағылышлы һорауҙар менән Рәсәй Тәфтишселәр комитетының ведомство ҡарамағындағы органдарына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Тәфтишсе 17 мартта көндөҙгө сәғәт 11-ҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһы Тикшереү бүлеге бинаһында 7 ноябрь урамы, 100-сө йорт адресы буйынса ҡабул итәсәк.
Шәхси һорауҙар менән ҡабул ителеү өсөн 8 (3473) 21-66-65 телефоны буйынса йәки граждандарҙы ҡабул итеү һәм документация менән тәьмин итеү бүлегенә һәм тикшереү идаралығына 8 (347) 276-71-40 телефоны аша яҙылырға була.
Читайте нас